«Анализдарығыҙ бик насар. Ашығыс рәүештә дауаланыуға аҡса күсерегеҙ!» — мутлашыусылар үҙ ҡорбандарын ошондай һүҙҙәр менән ҡурҡытырға мөмкин.
Мутлашыусылар яңы схема ҡуллана һәм табип булып ҡылана:

Мутлашыусылар ышандырырлыҡ итеп эш итә: ниндәй анализдар тапшырырға кәрәклеген, ниндәй документтар әҙерләргә һәм дауаханаға ятыу өсөн ниндәй әйберҙәр йыйырға кәрәклеген әйтәләр.

Енәйәтселәр урланған йәшерен мәғлүмәт менән файҙаланырға мөмкин, шуға күрә улар ысын табиптарҙың исемдәрен һәм һеҙҙең ысынбарлыҡтағы диагнозығыҙҙы атай.
❓ Үҙеңде нисек һаҡларға?
Мәғлүмәтте ҡабаттан тикшерегеҙ. Рәсми сайттан медицина ойошмаһының ҡыҙыу линия номерын табып, һеҙгә ысынлап шул ойошманан шылтыратҡандармы-юҡмы икәнен белегеҙ.