РБ, Хайбуллинский район, с.Акъяр, ул.Батанова, д.9
тел 8(34758) 2-11-40
взрослая регистратура: 8(34758)2-13-40
детская регистратура: 8(34758)2-15-26
горячая линия ГБУЗ РБ Акъярская ЦРБ: +7 987 147 83 29
mail akyar.crb@doctorrb.ru
Министерство здравоохранения
Республики Башкортостан
Государственное бюджетное учреждение
здравоохранения Республики Башкортостан
Акъярская центральная районная больница

2024 йылдың 1 сентябренән автомобиль аптечкаларының составы үҙгәрҙе. Унда нимәләр булырға тейеш?

Һаулыҡ һаҡлау министрлығы талаптарына ярашлы, автомобиль аптечкаһында:

  •  бер тапҡыр ҡулланыла торған 2 медицина битлеге;
  •  кәм тигәндә 2 пар М үлсәмле медицина бирсәткәһе;
  •  2 дана яһалма тын алдырыу ҡоролмаһы;
  •  ҡан ағыуын туҡтатыу өсөн жгут;
  •  5 м х 10 см ҙурлығындағы 3 бинт. Уларҙы 2 м х 10 см ҙурлығындағы һығылмалы бинттарға алмаштырырға мөмкин;
  •  7 м х 14 см ҙурлығындағы 3 бинт. Уларҙы шулай уҡ һығылмалы бинттарға алмаштырырға мөмкин, әммә улар 2 м х 14 см ҙурлығында булырға тейеш;
  •  16 х 13 см ҙурлығындағы 2 стериль медицина салфеткаһы төргәге;
  •  рулонлы лейкопластырь;
  •  160 х 210 см ҙурлығындағы ҡотҡарыу япмаһы; (покрывало спасательное)
  •  ҡайсы;
  •  беренсе ярҙам күрһәтеү буйынса күрһәтмә;
  •  блокнот һәм ҡәләм булырға тейеш.


Әгәр 2021 йылғы өлгөләге аптечкағыҙ булһа, файҙаланыуҙа ҡалдыра алаһығыҙ, әммә уны етмәгән әйберҙәр менән тулыландырырға кәрәк буласаҡ.

Элек сығарылған автомобиль аптечкаларындағы әйберҙәрҙе яраҡлылыҡ мөҙҙәте тамамланғансы һәм 2027 йылдың 1 сентябренә тиклем ҡуллана алаһығыҙ.





Об учреждение